- Ауыл биләмәһе башлығы булып эшләү еңелдән түгел, бик тә яуаплы эш. Барлыҡ мәшәҡәттәр ҙә беҙҙең өҫтә. Юл, һыу, урам яҡтылығы, янғын һүндереү, сүплектәр һәм башҡа бик күп мәсьәләләр ҙә беҙҙең елкәлә. Ошо барлыҡ һорауҙарҙы ла еңеп сығырға тура килә, етмәһә, аҙаҡҡы ваҡыттарҙа финанс яғы ла аҡһаны. Булған барлыҡ проблемаларҙы ла хәл итеү өсөн финанс ҙур роль уйнай. 2023 йылда өс ҙур объекттарҙы эшләүгә ирештек. Һыу башняһы ултыртылды, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Был ҙур ҡыуаныс булды, ауылыбыҙҙың матур урынында ултыра ФАП, яҡты, йылы, таҙа. Халыҡ ҡыуанып килә. Тағы ла урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса, Ялсыҡай ауылында, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, баштарын һалғандарға арналған һәйкәл ҡуйылды. Шулай уҡ Таймаҫ ауылы урамдарына 100 метр асфальт түшәлде, 260 метр ҡырсын һалынды. Ошо эштәр уңышлы башҡарыуына үҙем дә ҡыуанып йөрөйөм. Халыҡтың да төрлөһө бар, аңлаған кеше аңлай, рәхмәттәрен дә әйтә,ә күрергә теләмәгәне барыбер күрмәй ул.
Киләсәккә лә пландарыбыҙ етерлек. Быйылғы йылда Мусанан алып Ленаға тиклем 5 км юлды тигеҙләп ҡырсынташ түшәйәсәкбеҙ.
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә баҫылды.