Ҙур ауылдың бәләһе ҙур тигәндән дә түгел, бәләкәй ауылда халыҡ күндәмерәк, уларға саҡ ҡына бер нәмә эшлә, рәхмәттән башҡа һүҙҙәре юҡ. Ҙур ауылда инде.... Ермолаево, билдәле, халыҡтың ниндәйе генә юҡ, ризаһыҙлыҡ күп, бына, Бөгөлсән һымаҡ ауылда ла шулай, ҡала кешеләре, дачник һымаҡ ҡайтып йәшәй, уларға тип-тигеҙ асфальт кәрәк, тағы ла нимәлер кәрәк. Үҙебеҙ аҡса баҫып ултырһаҡ ни асыу, юҡты ҡайҙан алайыҡ? Хәҙер нисек китте тормош? Төрлө вазифалар уйлап табып, уларға юғары хаҡ түләп, йәнәһе, эшләтә башланылар. Өҫтө өҫтөнә начальниктар. Эш хаҡтары бәләкәй түгел. Ә барлыҡ белгән эштәре матур итеп фотоға төшөү. Ошо аҡсаны, улай артып барғас, ат һымаҡ йөктөң ауырын тартҡан ябай хеҙмәтҡәрҙәргә бирегеҙ. Мәҫәлән, беҙҙең эштәр идарасыларына нисәмә йыл эш хаҡтарын арттырығыҙ тип һорайбыҙ, тыңлаған кеше юҡ.
Әңгәмә тулы вариантта гәзиттә йома көнө баҫылды.