- Ауыл советында мин 20 йәшемдә эшләй башлағайным, хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо өлкәлә хеҙмәт иттем. Йәмғеһе 38 йыл ярым эшләнем, шуның 14 йылы биләмә башлығы булып. Тап ошо юлды һайлап хеҙмәт итеүемә бер ҙә үкенмәйем. Эшемде яратып башҡарҙым. Халыҡ менән бергә һәм берҙәм булдыҡ. Эш булғас төрлө хәлдәр була, ауыр саҡтар ҙа, еңеле лә. Эшләгән саҡта төндә лә тынғы булмай торғайны, йә янғын, йә ыҙғыш тигән кеүек... Миңә ғүмер буйы тормош иптәшем Әхтәмем ныҡлы терәгем булды. Ышанғаны, һәр саҡ ҡеүәтләп торғаны өсөн уға рәхмәтлемен. Элек халыҡ араһында йышыраҡ йөрөнөк, улар менән осрашып, булған мәсьәләләрҙе күҙгә-күҙ ҡарашып хәл иттек. Халыҡҡа яҡын булып, һәр кемде таный инек. Хәҙерге заманда интернет ҙур роль уйнай. Күберәге онлайн ғына һөйләшәләр, яҙалар...
Аллаға шөкөр, эшләгән эшемдән барыһы ла ҡәнәғәт булдылар, әле лә үҙемде хөрмәт итеп торалар. Бергә эшләгән етәкселәрем Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтовҡа, Раил Абдулла улы Әбдрәшитовҡа оло рәхмәттәремде белдерәм. Тәжрибәле етәкселәр менән бергә, аңлашып эшләүе еңел булды. Минеңсә, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты була. Кеше, ваҡытында, үҙ теләге менән хаҡлы ялға сығып ял итергә тейеш. Мин хәҙер рәхәтләнеп ял итәм, ғаиләмә, ейән-ейәнсәрҙәремә иғтибарымды күберәк бүлергә тырышам. Баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк, төрлө-төрлө сәскәләр үҫтерәм, йорт тулы ҡош-ҡорттар аҫрайбыҙ. Ваҡыт шул тиклем тиҙ үтә, ҡәҙерен белеп эшләр һәм йәшәр кәрәк.
Форсаттан файҙаланып, әле тырышып эшләп йөрөгән һәм дә хаҡлы ялда булған барлыҡ коллегаларымды ла урындағы үҙидара көнө менән ихлас ҡотлайым. Эштәрендә уңыштар, именлек теләйем. “Юшатыр” гәзите хеҙмәткәрҙәренә лә ҙур рәхмәтемде еткерәм. Һәр ваҡыт бергә эшләнек, уңыштар һеҙгә, һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйем. Илебеҙгә тыныслыҡ килһен, барлыҡ егеттәр ҙә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар.