Все новости
Байрам уңайынан
21 Апреля , 11:05

Ситтә ҡала алмайым

Рәйлә Ғәзиз ҡыҙы АҠҺАРОВА, Яҡшымбәт ауыл биләмәһенең хаҡлы ялдағы эштәр идарасыһы:

Ситтә ҡала алмайым
Ситтә ҡала алмайым

- Урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан, минең дә яратҡан гәзитебеҙ аша, үҙем дә ошо идара хеҙмәткәре ветераны булараҡ, барлыҡ хеҙмәттәштәремде ҡотламайса ситтә ҡала алмайым. Сөнки, минең хеҙмәт йылдарым, 1982-2014 йылдар (32 йыл) хаҡлы ялға сыҡҡансы, Яҡшымбәт ауыл биләмәһе Советы хакимиәтендә үтте. Ауыл биләмәһе хеҙмәткәренең, хакимиәттең эше бик күп, еңелдән түгел, ауыр, ҡатмарлы, бик яуаплы эш башҡарыусы, сабырлыҡтар, тырышлыҡ, яуаплылыҡ, юридик белемлелек, киң мәғлүмәтлелек, әүҙемлек һәм ябайлыҡ, әрһеҙлек талап ителә. Шул сифаттар булғанда ғына был хеҙмәт урынында эшмәкәрлегеңдең һөҙөмтәләренә ирешергә мөмкин, тип әйтергә була. Иң мөһиме ауыл биләмәһе хеҙмәткәре урындағы халыҡ менән эшләй, һәр бер кеше яҙмышы - уның йәшәйеш тормошо, тыуғандан алып ләхеткә тиклем, киң мәғлүмәт менән ауыл хакимиәте аша үтә. Миңә ошо оҙайлы хеҙмәт йылдарында ниндәй генә замана үҙгәрештәре, күпме һайлауҙар үткәрергә, күпме юридик эшмәкәрлек, ер-милек бүлеү-теркәү мәсьәләләре буйынса... һ. б. эштәр башҡарырға тура килде. Был хеҙмәт урынында үҙе эшләгән хеҙмәткәр генә беләлер, башҡа кеше аңламай ул...

Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә бирелде. 

Автор:
Читайте нас: