Байрам уңайынан
21 Апрель 2024, 04:10

Тыуған ерем һәм уның халҡы мәнфәғәте өсөн эшләргә

Маргарита Фәнит ҡыҙы МОРАТБАҠЫЕВА, Күмертау ҡала округы депутаты:

Тыуған ерем һәм уның халҡы мәнфәғәте өсөн эшләргәТыуған ерем һәм уның халҡы мәнфәғәте өсөн эшләргә
Тыуған ерем һәм уның халҡы мәнфәғәте өсөн эшләргә

- Урында үҙидара итеү көнө - ул граждандарҙың үҙҙәре йәшәгән ерҙәрендә идаралыҡ итеү системаһын формалаштырыуҙа һәм тормошобоҙға ҡағылышлы ҡарарҙар ҡабул итеүҙә һәр беребеҙҙең ҡатнашыуының мөһимлеген билдәләгән үҙенсәлекле көн. Был көн беҙгә һәр кеше фекеренең әһәмиәтлеген һәм һәр кемдең йәмғиәт үҫешенә үҙ өлөшөн индерә алыуын иҫкә төшөрә.
Минең өсөн депутат булыу ниндәйҙер шәхси статус түгел, ә тәү сиратта, ҡалабыҙ халҡы алдында оло яуаплылыҡ. Сәйәсәткә бирелеп, яҡлауға һәм ярҙамға мохтаж булғандарҙың, ғөмүмән барлыҡ Күмертау халҡының мәнфәғәтен ҡайғыртыусыһы булыу ҡарарын ҡабул итеүемә бер ҙә үкенгәнем булманы. Халыҡ исеменән булдырған эшмәкәрлек өсөн белем кимәле лә, тормош тәжрибәһе лә улай уҡ ҙур әһәмиәткә эйә түгелдер, бының өсөн күберәк рухи сыныҡлыҡ мотлаҡ. Бәләкәйҙән тыуған төйәкте һөйөргә, сит кеше проблемаларына битараф булмаҫҡа тигән ата-әсәм тәрбиәһе бик ҙур йоғонто яһаны. Шунан сығып мин үҙемә маҡсат ҡуйҙым – тыуған ерем һәм уның халҡы мәнфәғәте өсөн эшләргә, һәр кешенең үҫеше һәм уңышы өсөн ҡулдан килгәнсә шарттар булдырырға.
Һәр эштең ыңғай һәм кире яҡтары була. Депутат булараҡ үҙемде иркен тотһам да, шулай ҙа йыш ҡына төрлө ҡыйынлыҡтарға ла тарығам.

Мәҡәлә тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас