Байрам уңайынан
22 Апрель 2024, 11:18

Күңелле булһын эшегеҙ

Байрам тантанаһы аҙға ғына һуңланы кеүек.

Күңелле булһын эшегеҙКүңелле булһын эшегеҙ
Күңелле булһын эшегеҙ

Йәкшәмбе көнө булды ул -урындағы Үҙидара көнө. 

Әммә улар, күмәге бер булып, бөгөн йыйылдылар. Өйҙәрендә айырым-айырым байрам иткәндәрҙер ҙә (етмәһә, кемеһелер Өфөгә барып та бүләк алып өлгөрҙө), барыбер үҙидараға аҙмы-күпме ҡағылышы булғанды рәсми ҡотлап китеү молтаҡ.

Кешенең күплеге... Ултырыр урындыҡ ҡалмаған. Әле эшләп йөрөгән чиновниктар бихисап (ҡалай күп икән улар!), пенсияға сыҡҡаны ла килгән – хөрмәт күрергә.

Бүләкләнеүселәр ныҡ күп булды, Ҡоролтайҙан да бар, башҡаһынан да.

Бүләктәр таратып, барыһының күңелен күрҙеләр, эшләйһе ҡалды, бөгөнгө байрамдағыса, дәртле, күңелле итеп.  

Автор:
Читайте нас