Бар хеҙмәтсән халыҡ менән демонстрацияла ҡатнаштыҡ. Ҡулдар ауыр эштән ҡатып, билдәр бөкрәйеп бөтмәһә лә, беҙ ҙә хеҙмәт кешеһе икәнде күрһәттек. Кәбеҫтә һымаҡ кейенергә тура килде, көнө көнмө, һыуыҡ яман, майҙан аша ярты минутта үтә торған мәлде оҙаҡ көттөк. Хәйер, ҡатып тороуобоҙ бушҡа булманы, был донъяла беҙ ҙә бар икәнде күрһәттек, унан бигерәк, трибунала башҡа юғары түрәләр менән бергә торған Көйөргәҙе районы башлығы Юлай Ильясов беҙгә бармағы менән "ВО" тигән знак күрһәтте, ҡул болғаны. Саҡ торған беҙгә етә ҡалды, шоҡорайып ҡына килә инек, арҡа турайып китте, өшөү ҙө онотолдо. Йәнә бер тапҡыр байрам менән, иптәштәр, арҡаларыбыҙҙы гел тура тотоп йәшәргә булһын.
йыл.
Фотолар редакция архивынан.