Йыл да көтөп алған ҡыҙыл көндәрҙең береһе - Беренсе Май.
Элегерәктәре бала-саға магазиндан перәник, һут, консервалар, башҡаһын, әсәһе биреп ебәргән йомортҡа-ғәләмәтен күтәреп, ҡырға сығыр ине, йәнәһе, был байрамды ошолай ҡаршы алырға кәрәк. Башлыраҡ балалар, әсәләре өйрәтеп ебәргәнсә, алдан уҡ ҡысҡыра: -Һуттың бушаған банкаһын мин алып ҡайтам!
Өс литрлы банка - хужалыҡта ныҡ кәрәк әйбер булғандыр, хәҙер генә уның ҡәҙере бөттө.
Дуҫлыҡтың ғына (май - ул Хеҙмәт менән бергә, дуҫлыҡ байрамы ла) ҡәҙере шул көйө ҡалды. Егеттәр бөгөн тап ошо мәңгелек ҡиммәткә бағышлап йырланылар:
- Дуҫтар менән бергә булһаң, донъя йәмләнә генә...
Гел бергә булып, донъябыҙҙы йәмләп йәшәргә яҙһын. Дуҫлыҡтың ҡәҙере, анауы банканыҡы һымаҡ булмаһын.