Байрам уңайынан
8 Май 2024, 02:56

"Минең бабай Берлин шатал"

Илдең иң ҙур байрамы яҡынлаштымы, бөтәһе хәрәкәткә килә.

"Минең бабай Берлин шатал""Минең бабай Берлин шатал"
"Минең бабай Берлин шатал"
Бөйөк Еңеү - ябай байрам ғына түгел, мәғәнәһе, әһәмиәте бик ҙур, шуға был байрамды йылдан-йыл иҫтә ҡалырлыҡ булһын тип билдәләргә тырышабыҙ. Олатайҙарға бағышлана, әлбиттә, барыһы ла, улар инде күптән гүрҙә булһа ла. 
Машиналар ҙа байрамға йәлеп ителә. Автоуҙыш тураһында ғына һүҙ бармай, уларҙы төрлө яҙыу, һүрәттәр менән биҙәйҙәр (әйткәндәй, бөгөн Күмертауҙа автомобилдәр ҡатнашлығында флешмоб үткәрелә). 
Бына, ҡалала олаталары менән ғорурланған машиналар күренә башланы ла. "Минең бабай Берлин шатал". 
Күктәрҙән бабайҙарыбыҙ, быны күреп, яуап бирә төҫлө:
- Шатал шул, улдар, һеҙгә шатал-маталһыҙ йәшәргә яҙһын, тыныслыҡтың ҡәҙерен белегеҙ, һаҡлағыҙ. 
Автор:
Читайте нас