Бөтә яңылыҡтар
Байрам уңайынан
9 Май 2024, 08:44

Еңеү яулаған батыр халҡыбыҙға - мәңгелек дан!

А. З. СƏЙФУЛЛИН, Көйөргəҙе районы хакимиəте башлығы вазифаһын башҡарыусы:

Еңеү яулаған батыр халҡыбыҙға -  мәңгелек дан!
Еңеү яулаған батыр халҡыбыҙға - мәңгелек дан!

Ҡәҙерле ветерандар, тыл эшсәндәре, һуғыш балалары! Хөрмәтле Көйөргәҙе районы халҡы!
Илебеҙҙең төп байрамы – Бөйөк Еңеү көнө менән ихлас ҡотлауҙар ҡабул итегеҙ!
Еңеү көнө - милли ғорурлыҡ, дан, хәрби батырлыҡ һәм халыҡтар берҙәмлеге көнө. Был изге байрамды илебеҙ менән берләшеп, берҙәм ҡаршы алабыҙ, ул һәр беребеҙгә ҡәҙерле. Ата-бабаларыбыҙҙың батырлығы һәм фиҙакәрлеге һәр ваҡыт беҙҙең өсөн ныҡлы өлгө булып торасаҡ. Ғүмерҙәрен аямай илебеҙ һағына баҫҡан, бөтә һынауҙарҙы намыҫ менән үткән, кешелек тарихындағы иң ҡан ҡойошло һуғышта Ватан азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлаған илебеҙҙең ҡыйыу улдары һәм ҡыҙҙары алдында рәхмәт әйтеп баш эйәбеҙ!
Еңеүҙе яҡынайтыуға фронттағылар ғына түгел, тылдағылар ҙа ҙур көс һала: был изге көндө яҡынайтыуға һәр кем, кес кенә балаларҙан алып, оло йәштәгеләргә тиклем үҙ өлөшөн индерә. Бөгөнгө көндә беҙгә ошо тыныс тормошто бүләк иткәндәрҙе яҡты иҫтәлектәр һәм оло хөрмәт менән хәтергә алабыҙ. Тарихты яңынан, үҙгәртеп яҙыу мөмкин түгел һәм Ватан һуғышында Еңеүҙең бөйөк батырлығы мәңгегә беҙҙең йөрәктәрҙә ҡаласаҡ. Һеҙҙең батырлыҡ, ғәҙеллек һәм Тыуған илебеҙгә булған һөйөүөгөҙ бөгөн дә беҙҙе рухландыра, изге эштәргә ҡанатландырып тора. Мәңгелек дан һеҙгә, илебеҙҙең батыр рухлы егет, ҡыҙҙары!
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фашизм һәм нацизм идеялары бөгөнгө көндә йәнә күтәрелде. Бөгөн Рәсәй бойондороҡһоҙлоғон яҡлап, хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙ үҙҙәренең ҡаһарман ата-бабаларының, олатай-өләсәйҙәренең батырлығынан өлгө алып, ил һағына баҫтылар. Хәтер һәм хөрмәт көнөндә беҙ илебеҙ тыныслығы өсөн баштарын һалған батырҙарыбыҙҙың яҡты иҫтәлектәре алдында баш эйәбеҙ.
Бөйөк Еңеү көнөндә һеҙгә тыныслыҡ һәм именлек, ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйем. Еңеү яулаған батыр халҡыбыҙға мәңгелек дан! Бөйөк Еңеү көнө менән!

Автор:
Читайте нас