Хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш йылы балалары һәм ҡала халҡы!
Һеҙҙе илебеҙ тарихындағы мөһим ваҡиға – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығы менән ихлас ҡотлайым!
9 Май – беҙҙең өсөн, бөтә илебеҙ өсөн иң бөйөк, иң әһәмиәтле байрамдарҙың береһе. 79 йыл элек ҡаһарман һалдаттарыбыҙҙың йән аямай көрәшеүе һәм тыл хеҙмәткәрҙәренең фиҙаҡәр тырышлығы менән, ҙур юғалтыуҙар кисереп, халҡыбыҙ Бөйөк Еңеү яуланы. Яҡты киләсәгебеҙ, аяҙ күк, тыныслыҡ өсөн һуғыш ветерандарына һәм тыл хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәребеҙ әйтеп бөткөһөҙ.
Был көндө һәр кем Бөйөк Ватан һуғышында Тыуған илебеҙ тыныслығы, беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ өсөн ҡан ҡойған батырҙарын ҙур хөрмәт менән иҫкә ала. Беҙ Тыуған ил хаҡына ғүмерен биргән яугирҙар алдында баш эйәбеҙ. Ветерандарға һәм тыл хеҙмәтсәндәренә, һуғыш осоро балаларына ҡаҡшамаҫ рух көсө, ҡаһарманлыҡ һәм ныҡлыҡ өсөн рәхмәт әйтәбеҙ.
Бөгөнгө көндә Рәсәйҙең батыр улдары, ата-бабаларыбыҙҙың хәрби данына тоғро булған, ысын патриоттар Еңеү байрағы аҫтында йәнә ил һағына баҫты.
Ҡәҙерле ветерандарыбыҙ һәм бөгөнгө көндә ил һағында торған яугирҙәребеҙ! Һеҙ беҙгә тыныс тормош, аяҙ күк йөҙө, күп милләтле халыҡтар дуҫ йәшәгән Тыуған ил бүләк иттегеҙ һәм итәһегеҙ. Һеҙгә йөрәк түренән сыҡҡан ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ һәм оло хөрмәт менән баш эйәбеҙ.
Байрам айҡанлы һеҙгә һәм һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек оҙон ғүмер, ғаилә бәхете, күңел тыныслығы, иғтибар һәм ихтирамға төрөлөп йәшәүегеҙҙе теләйем! Күк йөҙөбөҙ аяҙ булһын, яҡты ҡояш нурҙары йәшәүебеҙгә йәм өҫтәп торһон!