Бөтә яңылыҡтар
Байрам уңайынан
9 Май 2024, 08:19

Рәхмәт һиңә, еңеү һалдаты!

9 май – иң оло һәм изге байрам.

Рәхмәт һиңә, еңеү һалдаты!
Рәхмәт һиңә, еңеү һалдаты!

Ул бөтә халыҡ ғорурлығы, илһөйәрлек, ҡаһарманлыҡ өлгөһө һәм әсе юғалтыуҙар көнө. Шуға ла беҙҙең өсөн унан да ҡәҙерлерәк байрам юҡ. Шанлы йылдарҙы иҫкә алып, һуғыш һәм тыл батырҙарына мәдхиә йырлаған, еңеү байрамы! Бөгөнгө көндә илебеҙҙең һәр ауылы, ҡалалары был байрамды киң билдәләй. Ата –бабалар аманатын оноторға хаҡыбыҙ юҡ, сөнки бөгөнгө көндә һаман дошман баш ҡалҡыта. Беҙҙең илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың тыныслығына, именлегенә ябырыла. Беҙ тарихты, шанлы-ҡанлы йылдарҙы, оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Яҡут мәҙәниәт йортонда, “Рәхмәт һиңә, еңеү һалдаты!”, исемле байрам сараһы үтте. Тыуыр таңдарыбыҙ тыныс, төндәребеҙ ай-йондоҙло, күгебеҙ аяҙ, булһын. Бөйөк Еңеүҙең 79-сы яҙы һәммәбеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, йорт-еребеҙгә именлек, ТЫНЫСЛЫҠ алып килһен!

Якутовский сельский дом культуры 

Автор:
Читайте нас