Все новости

Ауылдаштың бүләге

Күмертау ҡалаһынан ауылдаштарын байрам менән ҡотларға Шәйәхмәтов Әхиәр ағай ҡайтып төшкән. 

Ауылдаштың бүләге
Ауылдаштың бүләге

9 май - Еңеү көнө...Бөгенгө йәш быуын өсен ул – Хәтер көне. Нисек кенә атаһаҡ та, был көн һуғыш мелән бәйләнгән.

Тын ҡалайыҡ. Һуғышта ятып ҡалған ата -бабаларыбыҙҙың, туғандарыбыҙҙың рухтарына тыныслыҡ теләйек.

Тын ҡалайыҡ...тылда һыйыр егеп ер һөрөүсе, балаларын астан тилмертмәҫ өсен,баҫыуҙа серек картуф, башаҡ эҙләүсе, бар ауырлыҡтарҙы иңдәрендә күтәреүселәр рухына.

Тын ҡалайыҡ... Һыуыҡ окопларҙа бар һаулығын юғалтып, аяҡ-ҡулһыҙ килеш тә илде емереклектәрҙән күтәргән,бөгенгө шатлыҡлы көндәргә килеп етә алмай, яу яраларынан,ауырыуларҙан үлеп ҡалған һуғыш ветерандарын хәтергә алып, тын ҡалайыҡ. .Бер минутҡа...

Ҡәһәрле һуғыш 1418 көн һәм төн дауам иткән. Күпме әсәләр – улһыҙ, балалар - атаһыҙ, ҡыҙҙар - һөйгән йәрһеҙ, ҡатыннар - ирһеҙ ҡалған.

Тоташ ил буйынса 27 миллион ҡорбан, 1710 ҡала, 70 меңдән артыҡ ауыл яндырыла. Беҙҙең Башҡортостандан һуғышта 700 меңдән артыҡ яугир ҡатнашып, шуларҙың 300 меңдән артығы яу яланында ятып ҡала.
Һуғыш инде күптән бөттө... Окоптар инде ер менән тигеҙләнде. Уларҙы йәшел сирәм ҡаплап китте, фронт юлдары урынында яңы ҡалалар һәм ауылдар барлыҡҡа килде, блиндаждар сәскәләр менән ҡапланды. Тик һуғыш хәтирәләре онотолмайҙар һәм онотолмаҫҡа тейеш тә, илебеҙ буйлап күпме парадтар үтте, ветерандарҙың үлемһеҙ полкы булдырылды.
Һуғышҡа тиклем Юлдаш ауылында 89 йорт була һәм ошо йорттан бөтәһе 217 егет фронтҡа китә, уларҙың 124 – е һуғыш яланынан әйләнеп ҡайтмай. Тимәк, һәр өйҙән ике-өс кеше һуғышта ҡатнашҡан һәм ҡара ҡағыҙ алмаған бер генә ғаилә лә ҡалмаған тиерлек.
Еңеү көнөндө ауыл мәҙәниәт йортонда ла "Хәтер кисәһе" булып үтте. Үткәнебеҙгә битараф булмағандар обелиск янында уларҙы иҫкә алып, венок һалғандан һуң, бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар. Сараның икенсе өлөшөндә һуғыш, еңеү тураһында йыр-шиғыр тыңлап, һалдат бутҡаһынан тәмләй-тәмләй үткәндәрҙе иҫкә алдылар. Аҡманова Фәүзәнә инәй, Шәйәхмәтова Тәнзилә апай, Бикмөхәмәтова Гөлкәй апай, Бикбулатова Дамира апай, Ишеғолова Ғизинура апай ғаиләләрендәге, ауылдағы һуғыш менән бәйле хәтирәләре менән уртаҡлаштылар. Бик матур хәтирәләр өсөн рәхмәт һеҙгә.
Ауылдашыбыҙ, Күмертау ҡалаһынан ауылдаштарын байрам менән ҡотларға килгән Шәйәхмәтов Әхиәр ағай ауылдаштарына байрам бүләге - үҙе ижад иткән еңеү, һуғыш хаҡында йырҙарын йырлап, ауылдаштарын ҡыуандырҙы. Патриотик рухлы ағай инде икенсегә Еңеү көнөндә осраша, китапханаға үҙенең шиғырҙары тупланған китабы һәм шулай уҡ башҡа әҙәби китаптар бүләк итеп китте, шулай уҡ иҫтәлектәре менә бүлеште. Ҙур рәхмәт һеҙгә, Әхиәр ағай.
Сараны алып барыуҙа, байрам өҫтәлен әҙерләшеүҙә ярҙам иткән Абдрахимова Миңзиә апай, Шәйәхмәтова Тәнзилә апай,Ишеғолова Ғәлимә апай (һалдат бутҡаһы ла әҙерләүсе), Шәмиғолова Гөлйыһан апай, Бикбулатова Клара апай, Солтанғужина Зилбәр еңгәйҙәргә айырыуса рәхмәтлемен.
Еңеү көнө - ул беҙҙең тарих. Беҙҙән, һеҙҙән башҡа ул берәүгә лә кәрәкмәй. Ошоно иҫтә тотоп киләһе йылдарҙа әүҙемерәк булайыҡ, ауылдаштар ,өлкәндәрҙең нәҡ беҙҙең ерлеккә ҡағылған һуғыш хәтирәләрен тыңлап, аңға һеңдереп, киләһе быуындарға тапшырыға беҙ бурыслы бит.

Юлдашевская сельская библиотека 

Автор:
Читайте нас: