Все новости

“ҺАБАНТУЙ” ӘЛЛӘ “ТҮРӘТУЙ”!?

Оҙаҡламай район-ауылдарҙа Һабантуйҙар башлана.

“ҺАБАНТУЙ” ӘЛЛӘ “ТҮРӘТУЙ”!?
“ҺАБАНТУЙ” ӘЛЛӘ “ТҮРӘТУЙ”!?

Һабантуйҙың исеменән күренеүенсә, ул һабан, ер эшкәртеүселәр байрамы. Яҙғы баҫыу эштәрен тамамлағас, ауыл хужалығы эшсәндәре н эшен ололау, күрә белеү, хөрмәт итеү маҡсатында үткәрелергә тейеш байрам сараһы. Әммә һуңғы йылдарҙа был байрам үҙ асылын юғалта бара.
Һабантуйҙың президиумына ултырырға тейеш булған, ҡасандыр алдынғылар рәтендә, ялын да күрмәй, һаулығын да уйламай, киләсәк өсөн тиеп эшләп йөрөп хаҡлы ялға сыҡҡан кешеләр, әлеге ауыр ваҡытта, нисек булһа ла эшем эш булһын тип йөрөгән ауыл хужалығы эшселәре урынына, йылы кабинеттарҙа ултырған ағай-эне, апайҙар менеп ҡунаҡлап бөттө.
Бөтөн булған хөрмәт уларға күрһәтелә. Ярай хәҙер дөйөм хужалыҡтар бөттө, улар урынына ауыл хакимиәте, мәҙәниәт, мәғәриф хеҙмәткәрҙәре байрамға ҡағылышы булмаған кешеләрҙең күңелен күрергә мәжбүр.
Үрҙә һанап үтелгән ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре президиумда, ә ҡырҙан килгән ҡунаҡтар аҫта ултырырға тейештә бит. Юҡ! Беҙҙә улай ярамай. Икмәк-тоҙ менән ҡаршы алып, артынан сыҡҡансы ашатып, күтәрә алған тиклем күстәнәсен тоттороп ҡайтарыр кәрәк.
Башҡорт халҡы ҡунаҡсыл тиеп, артығын ҡыланып ташлайҙар.
Бөгөн Дума депутаты  килде. “Ағай-апайҙар” нимә генә эшләргә белмәйҙәр! Беҙгә Монасипҡа ла килде. Осрашыуҙың “йәмен” ебәреп ҡуйырмын тип барманым. Шуға күрә, нисек ҡаршы алғандарын әйтә алмайым, әммә мәҙәниәт йорто алдында бейеп ҡаршы алырға тейештәр ине. Һаман боронғо ғәҙәттәҙән арына алмайбыҙ. Тирмә ҡороп йырлап-бейеп, көлөп тик йөрөбеҙ.
Балаларҙа шул юҫыҡта тәрбиәләнә. Районда “Одаренные дети” тигән конкурс үтте. Һеҙ унда математика, информатика, физика өлкәһенән балалар барғандыр тип уйлаһағыҙ, яңылышаһығыҙ. Унда беҙҙең, йырсы-бейеүсе балалар барҙы. Бәлки, Ҡыпсаҡтан бер-нисә бала робототехника б-са барһа, барғандыр.
Һабантуйҙа ла һаман шул бер тирмәләр ҡорола. Бәлки, тағы ла боронғораҡ ваҡытҡа китеп, бәләкәйерәк Шүлгән тишектәре яһап, кешеләрҙе һөйәк мөнйөтөп ултыртып ҡуйырға кәрәктер. Бына Башҡорт нисек йәшәй, тип уйларҙар ине. “Бахыр”, һаманда шул, мәҙәниәт менән мәғәриф хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре ҡорған тирмәләре янынан үтеп китәсәк делегация, биш минутлыҡ тамаша өсөн ике көн ваҡытын әрәм итә, байрам төҫөн күрә лә алмай ҡала.
Һәм, тағы ла шуныһы, Һабантуй үткәреү өсөн финанс сығымдарын ҡайҙандыр ситтән түгел, ә эшҡыуар, фермерҙарҙың кәҫәләренән эҙләйҙәр. Май урталарынан хаттар килә башлай. Ул хаттың башы бигерәк матур, унда һине, Хөрмәтленән һалдырып Һабантуй байрамына саҡыралар. Ҡотлап ебәрәләр. Изге теләктәрен еткерәләр. Әммә, һаман да шул бер нәмәһе килә лә сыға. Хаттың аҙағына етте ниһәң, унда һинән бәләкәй генә (улар уйынса) бүләк өмөт итәләр. Ул бүләктең суммаһы дәрәжәңә ҡарап 5-10 мең тәшкил итергә мөмкин. Әгәр ҙә ниндәйҙер грант, субсидия алған булһаң йүгәнеңде, ул йүгәнгә башын тығырлыҡ тайыңды әҙерләйһең, йә шуға торошлоҡ итерҙәй аҡса. Ит, бал, ҡымыҙҙа ситтә ятып ҡалмай, әҙәпле итеп кенә уларын да һорап алалар. Шулай итеп, кемдер өсөн, шаулап-гөрләп Һабантуй үтеп китә.
Шуның өсөн, хәҙер есеменә тап килерҙәй итеп байрамдың исемендә үҙгәртер кәрәктер!?

Автор:
Читайте нас: