Лицейыбыҙҙы быйыл 49 - 9 класс, 36 - 11 класс уҡыусылары тамамланы. Уҡыу йортоноң директоры Венер Сабанчин был тантаналы сараны күреп, сығарылыш класс уҡыусыларына аҡ юл теләү өсөн таңғы алты ла командировканан ҡайтып етеп, йоҡлап та тормай үҙе етәкләгән белем усағына ашыҡҡан.
Уҡытыусылар, етәкселәр, ата-әсәйҙәр, төләге булған һәммәһе телмәр тотто был көндө, улар барыһы ла бер тауыштан үҫеп етеп, ояларынан осорға әҙерләнгән ҡошсоҡтарына уңыштар теләне.