Все новости

"Һуңғы ҡыңғырау" сыңы

Бөгөн республикабыҙҙа, район һәм ҡалабыҙ мәктәптәрендә сыңлаған һуңғы ҡыңғырау уҡыусы егет-ҡыҙҙарыбыҙҙы оло тормош юлына оҙата. 

"Һуңғы ҡыңғырау" сыңы
"Һуңғы ҡыңғырау" сыңы

Ошо бер аҙ моңһоу, үҙе шатлыҡлы, үҙе тулҡынландырғыс байрам һәммәһенең хәтерендә ғүмерлеккә уйылып ҡала.
"Һуңғы ҡыңғырау" сыңы быйыл ҡалабыҙҙың 208 - 11-се класс уҡыусыһы һәм 807 - 9-сы класс уҡыусылары өсөн сыңлаһа, районыбыҙҙа был һандар күпкә түбәнерәк, унда 52 уҡыусы 11-се класты, 239 уҡыусы 9-сы класты тамамлай.
Әле яңы ғына ҡурҡа-ҡурҡа ғына мәктәп тупһаһына аяҡ баҫҡан кескәйҙәр, бөгөн инде төплө, аҡыллы, маҡсатлы егет-ҡыҙҙар булып үҫеп, киләсәккә ышаныслы ҡараш төбәп, мәктәп тамамлай, оло юлға аяҡ баҫа. Аҡ юлдар һеҙгә, егеттәр һәм ҡыҙҙар!

Гөлнара НАФИҠОВА фотоһы. 

Автор:
Читайте нас: