Все новости

Өлгөлө тренер

28 май беҙҙең илебеҙ пограничниктар көнөн билдәләй. 

Өлгөлө тренер
Өлгөлө тренер

Мин дә ошо байрам айҡанлы үҙемдең яратҡан тренерым Әхәт Рафиҡовты ҡотлайым. Ул Ватан алдындағы үҙ бурысын намыҫлы үтәп ҡайтып, бөтә көсөн йәш быуынды спорт буйынса тәрбиәләүгә йүнәлтә. Мин Әхәт Рафиҡов алып барған көрәш түңәрәгенә бер йыл йөрөйөм. Бында үҙемә бик күп дуҫтар таптым. Беҙ барыбыҙ ҙа тренерыбыҙҙы хөрмәт итәбеҙ, ул беҙҙә спортҡа ҡарата һөйөү уята, көрәш серҙәрен аса. Беҙҙең өсөн өлгө булып тора, һәр беребеҙгә ҡеүәтләү һүҙҙәрен таба. Ярыштарҙа тырышып сығыш яһайбыҙ. Еңһәк бергә ҡыуанабыҙ, бер-беребеҙгә терәк булырға тырышабыҙ.
Айрат ИСХАҠОВ,
М. Исҡужин исемендәге Прогимназия уҡыусыһы

Автор:
Читайте нас: