Все новости

Хыялыбыҙ - диңгеҙгә барыу

Алтынай, Наҙгөл АҘНАБАЕВАЛАР, Яҡшымбәт ауылы:

Хыялыбыҙ - диңгеҙгә барыу
Хыялыбыҙ - диңгеҙгә барыу

- Беҙ йәмле йәйҙе гел түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Икенсе класты тамамланыҡ, хәҙер каникулда рәхәтләнеп ял итәбеҙ. Мәктәп алдындағы лагерға йөрөүе лә үҙе бер ҡыуаныс. Һылыуыбыҙ Камила быйыл балалар баҡсаһын тамамланы. Көҙҙән өсәүләшеп мәктәпкә йөрөйәсәкбеҙ. Атай-әсәйгә ярҙамлашырға тырышабыҙ, сөнки йәй етеү менән йорт алдында уларҙың да мәшәҡәттәре күбәйә. Беҙҙең ҙур хыялыбыҙ диңгеҙ буйына барыу, рәхәтләнеп һыу инеү, ғаиләбеҙ менән күңелле ял итеү.

Автор:
Читайте нас: