Все новости

Күктәр ишеген шаҡыу

Улар "Красное-Белое" магазины янында тора ине.

Күктәр ишеген шаҡыу
Күктәр ишеген шаҡыу
Күмәктәр, биш-алты бала булғандар, барыһы ла ваҡ ҡыналар, уҙа барһа, алты-ете йәш. Ҡыҙҙары күберәк, араларында бер малай ғына ине ахры. Ҡабаланып инеп барған ерҙән, туҡтаттылар (ныҡ әрһеҙҙәр үҙҙәре):
- Абзый, беҙҙең тәтәйҙәрҙе һатып ал! 
Ике йәшник уйынсыҡ. Йомшаҡ уйынсыҡ тибеҙ уларҙы. 
- Минең бәләкәстәр юҡ бит әле, - уфтанылды, булһа шәп булыр ине.
Кире сығып барышлай, ҡыҙыҡһыныу еңде, туҡтаным яндарына.
- Был сама уйынсыҡтарҙы ҡайҙан алдығыҙ?
- Автоматта уйнап оттоҡ. 
- Нисә һумға һатаһығыҙ?
- Береһе илле һум. 
- Аҡсаларҙы нимә эшләтәһегеҙ?
- Беҙҙең диңгеҙгә барғы килә. 
Бала хыялдары хәтәр. Себеш кеүек кенәләрҙе диңгеҙгә кем ебәрә лә, ул сама сумманы былайтып ҡына нисек йыйып еткерәләр? Әле, балалар, һеҙ түгел, беҙ - бюджетниктар, диңгеҙҙе төштә генә күрәбеҙ. 
Кәйефте күтәрҙе был балалар. Ныҡыш, үҙ хыялдарына үҙҙәре ышанғаны өсөн. Әллә нисә йылдар элек сыҡҡан "Күктәр ишеген шаҡыу" ("Достучаться до небес") фильмы иҫкә төштө. Мәғәнәһе тәрән уның, үлемесле диагноз ҡуйылған (йәшәргә күп ҡалмаған) ике кеше хаҡында, береһенең ҙур хыялы бар - диңгеҙҙе күреү - ошо хыялын тормошҡа ашырмайса китеү юҡ - кешегә ғүмер бер генә бирелә, йәшәп ҡал - фәлсәфәһе. 
...Бала хыялы сиктәрҙе белмәй. Кисәге байрамға бәйле, биш көн элек булған ошо хәл иҫкә төштө. 
Һәр бала күктәрҙең ишегенә тиклем үрелеп уны шаҡый һәм аса алһын ине. 
Фотола: беҙҙең яңыраҡ үткән конкурста ҡатнашҡан сабыйҙар. Уларҙың да хыялдарының ысынға ашыуын теләйбеҙ. 
Автор:
Читайте нас: