Все новости

Бер ҡасан да зарланмай, һәр кемгә ярҙам итергә ашыға

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған конкурста атнашҡан Ғәлиә Рәил ҡыҙы Вахитова - Көйөргәҙе районы Илкәнәй ауылы фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры.

Бер ҡасан да зарланмай, һәр кемгә ярҙам итергә ашыға
Бер ҡасан да зарланмай, һәр кемгә ярҙам итергә ашыға

Ауылдаштарын дарыу менән дә, һүҙ менән дә дауалай, тиҙәр уның хаҡында. Фельдшер Илкәнәй, Иҫке Муса, Йомағужа ауылдары халҡының һаулығын хәстәрләй.

Ғәлиә Рәил ҡыҙы 1990 йылда Салауат медицина училищеһын тамамлаған.

"Ауыл фельдшеры - халыҡтың күҙ терәп торған кешеһе. Сирләп китә ҡалһаҡ, дауаға өмөт итеп, иң элек уға барабыҙ. Беҙҙең дә ауылдаштарына тәүлек әйләнәһенә ярҙамға килергә әҙер фельдшерыбыҙ бар. Ул - Ғәлиә Рәил ҡыҙы! - ти яҡташтары. - Эшем тынғыһыҙ тип тә бер ҡасан зарланмай. Көн оҙонона эшләп ҡайтҡас, ярҙам һорап ишек шаҡып саҡырыусылар аҙ түгел. Ауырыу ҡасан килерен алдан әйтеп тормай шул. Буран ни, ямғыр ни, барлыҡ эшен ситкә ҡуйып, ауыл фельдшеры ярҙам һораусылар янына ашыға".

Ғүмерен медицинаға арнаған, тыуған еренә тоғролоҡ һаҡлаған Ғәлиә Рәил ҡыҙы өсөн тауыш бирәйек, дуҫтар! Етеп килгән һөнәри байрамы айҡанлы иң изге теләктәребеҙҙе юллайыҡ, лайктар ҡуяйыҡ.

Фотолар: Ғәлиә Вахитованың шәхси архивынан.

https://bashgazet.ru 

Автор:
Читайте нас: