Все новости

“Кинәнес алам”

Шәфҡәт туташы һөнәре эйәләренең эше иң тәү сиратта шәфҡәтлелеккә ҡоролған.

“Кинәнес алам”
“Кинәнес алам”

...Ошондай яуаплылыҡ талап иткән профессияны үҙ итеүселәрҙең береһе Әлфиә Закир ҡыҙы Амәкәсева. Ул 1986 йылда Салауат медицина училищеһын тамамлап, тыуған ҡалаһы Күмертауға эшкә ҡайта. Балалар табыу йортонда, дауаханала эшләй. 1997 йылдан балалар участка шәфҡәт туташы булып эш юлын дауам итеп 2022 йылда хаҡлы ялға сыға. Алсаҡ, яғымлы Әлфиә Закир ҡыҙы үҙ эшен намыҫлы башҡарған, пациенттар, хеҙмәттәштәре араһында ла абруй һәм хөрмәт яулаған кеше.Шәфҡәт туташының эше табиптың уң ҡулы, алмаштырғыһыҙ ярҙамсыһы булыуҙан тыш, кескәйҙәр менән килешә белеүҙән ғибәрәт.
Бала йәнле, киң күңелле, миһырбанлы Әлфиә Закир ҡыҙы уңған хужабикә һәм ҡәҙерле әсәй ҙә. 

Мәҡәлә тулыһынса гәзиттең үткән һанында баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: