Все новости

Тик шатлыҡта тыуһын көнөгөҙ!

Хөрмәтле Яҡшымбәт һаулыҡ-һаҡлау амбулаторияһы коллективы һәм дә хаҡлы ялдағы хеҙмәткәрҙәре!

Тик шатлыҡта тыуһын көнөгөҙ!
Тик шатлыҡта тыуһын көнөгөҙ!

Һеҙҙе ысын күңелдән һөнәри байрамығыҙ – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым! Һеҙҙең оло яуаплылыҡ талап итеүсе изге хеҙмәтегеҙ һәр ваҡытта ла оло хөрмәткә эйә. Хеҙмәт һөйөүсәнлегегеҙ, йылы һүҙегеҙ һәм иғтибарлығығыҙ менән һеҙ кешеләргә һәр төрлө ауырыуҙарҙан һауығырға ярҙам итәһегеҙ. Эшегеҙ ауыр булһа ла, профессияғыҙ бик кәрәкле һәм изгелекле! Еңел булмаған хеҙмәтегеҙҙә уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек, яҡындарығыҙға именлек һәм бәхет теләйем!
Ауырыуҙарға яғымлы ҡараштарын, йылы мөнәсәбәттәрен йәлләмәй, һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡалған тырыш коллегаларымдың кешелеккә күрһәткән изге эштәре үҙҙәренә лә мең һауап булып әйләнеп ҡайтһын тигән теләктә ҡалам!
Иң шәфҡәтле һөнәр эйәһе һеҙ,
Кешеләргә бәхет өләшкән!
Аҡ халатлы, аҡ йөрәкле ҡыҙҙан
Кемдәр генә икән көнләшмәй!
Һеҙ бит уң ҡулдары халыҡтың,
Ауырыуҙарға – ысын фәрештә!
Күпме сирҙе еңеп сығаһығыҙ,
Йәшәү өсөн тиңһеҙ көрәштә!
Һеҙ булғанға ғына беҙ ҙә барбыҙ,
Шатланабыҙ йәмле яҙҙарға!
Йөрәк һүҙҙәремде бүләк итәм,
Теләктәрем төрөп наҙҙарға:
Хоҙай һеҙгә ныҡлы һаулыҡ бирһен,
Тик шатлыҡта тыуһын көнөгөҙ!
Аҡ халатлы аҡ аҡҡоштар булып,
Бәхет күлдәрендә йөҙөгөҙ!
Иң изге теләктәр менән Фариха БАҺАУТДИНОВА

Автор:
Читайте нас: