Кем өсөндөр, бәлки, бик әһәмиәтле көн дә түгелдер (бөтмәҫ быларҙың байрамдары), әммә, беҙҙеңсә, Балыҡсылар көнө - бик мөһим байрам.
Хатта балыҡ ене ҡағылмағандар өсөн дә.
Ғәзиз еребеҙҙең, һыуҙарыбыҙҙың бәрәкәтен, йомартлығын күреп, тойоп йәшәргә яҙһын ине барыбыҙға ла. Эйелеп эскән шишмә һыуҙары, йылға-күлдәрендә тотҡан балыҡтары, яландарҙа үҫкән шифалы үләндәре, еләк-емештәре - бына ошо һатып алып булмай торған байлыҡтарҙан айырмаһын ине барыбыҙҙы ла.