Все новости

Тулы булһын ғаиләләр!

Бөгөн Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө. 

Тулы булһын ғаиләләр!
Тулы булһын ғаиләләр!

 Минең Айҙар улым да икенсе йыл инде махсус хәрби операцияла ҡатнашып, хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын йөрөтә. Үҙе фронтта булһа ла, ауылыбыҙҙың хәрби ветерандары - Юлдыбаев Илдар, Бикмөхәмәтов Илшат, Туҡтаров Азамат, Араптанов Динар - икенсе йыл улыбыҙҙы ҙурлап, өйгә килеп, күстәнәстәрен ҡалдырып китәләр. Беҙгә генә түгел, ә кемдәрҙең тормош иптәштәре, улдары Хәрби хәрәкәттәр ветерандары иҫәбенә инә, шуларҙың ғаиләләренә йөрөп сыҡтылар. Кешегә күп кәрәкме ни инде: иғтибар, ихлас мөнәсәбәт! Ошо егеттәрҙең улыбыҙға, беҙгә иғтибар бүлеп килгәндәре өсөн ихлас күңелдән рәхмәт еткерәбеҙ. Ҡылған изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә сауап булып ҡайтһын! Уларҙың барыһын да байрамдары менән ҡотлайым.
Һуғыш бөтһөн, илдәр тыныс, ғаиләләр тулы булһын!
Миңзәлә АБДУЛЛИНА, Таймаҫ ауылы

Был хаҡта тулыраҡ гәзиттә баҫыласаҡ. 

Автор:
Читайте нас: