Все новости

Үҙебеҙ ҙә еләк кеүек

Кемдер ялдарын сит илдәрҙә үткәрергә ярата.

Үҙебеҙ ҙә еләк кеүек
Үҙебеҙ ҙә еләк кеүек
Был ғаилә, әлбиттә, яйы тура килгәндә, ситкә лә сығып китеп ял итеп ҡайта (диңгеҙ буйҙары, әфлисун, хөрмә-банандар илендә) әммә әле улар тыуған ҡырҙар буйлап гиҙә. Дауыт-Ҡайып яландарында. Еләктең күплеге...  Иҫтәр китерлек. Ҡоштар һайрай, танауға йәйҙең әллә нисә төрлө хуш еҫтәре килеп бәрелә. Аҡылдан шашырлыҡ матурлыҡ. Ғәзиз илдең ошо матурлығына һоҡланып, бер юлы матди байлыҡҡа ла байып ҡайтасаҡ был пар. Бөгөн, етмәһә, Ғаилә көнө. Мөхәббәт көнө. Еләк кеүек саҡтары, ошо тәмле миҙгелдәре оҙон-оҙаҡ дауам итһен ине тип теләп йөрөүҙәре. 
 
Ер еләген өҙөп алып

Ҡаптырҙым, йәнем, һиңә,
"Үҙең дә еләк кеүекһең!" -
Тинең һин бөгөн миңә..

Силәктәргә еләк йыйҙыҡ
Йәмле йәй көндәрендә,
Еләк тәме булып ҡалһын
Һөйөүөм телдәреңдә!

Автор:
Читайте нас: