Все новости

Ыштандар ярышы

Ғаилә көнө, бигерәк тә, Мөхәббәткә бәйле булғас, тәү сиратта күҙ алдына улар баҫа.

Ыштандар ярышы
Ыштандар ярышы

Балалар. Балаһыҙ ғаилә - емеш бирмәгән ағас. Шуға, әлбиттә, бөгөнгө байрам уларҙың байрамы.
Күмертауҙың Гагарин паркында бөгөн сабыйҙар ярышты. Уҡ атышманы, көрәштә бил һынаманы, әле бындайға бәләкәйҙәр әле, шыуыштылар. "Забег ползунков" тип аталды был бәйге. (беҙҙеңсә, Ыштандар ярышы) Күмәк кенә булды "спортсмендар" - 19. Еңеүсеһе кем? Суворова Афина, ҙур инде ул, тыуыуына 8 ай.  

Әле шыуышһағыҙ ҙа, оло тормошта гел тура баҫып, ғорур атлап йәшәргә яҙһын ине һеҙгә, сабыйҙар. 

Автор:
Читайте нас: