Почта хеҙмәте элек-электән йәмғиәт тормошонда айырым урын биләгән тармаҡтарҙың береһе. Бөгөнгө көндә халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә ул ҙур урын алып тора. Почта хеҙмәткәрҙәре элегерәк гәзит-журналдар, хаттар, телеграммалар, пенсия таратыу менән шөғөлләнһә, әлеге ваҡытта хеҙмәт күрһәтеү төрҙәре арта бара. Шуныһы ла бар почта иң ышаныслы бәйләнеш сараһы булараҡ, халыҡта ҙур һорау менән файҙалана.
- Почта эше бер ҡасан да еңел булмаған, шулай ҙа эшебеҙҙе ҡыҙыҡлы тип табам. Хеҙмәтләндереү тармағы ҙур булыуға ҡарамаҫтан, төп һәм изге йүнәлеш, әлбиттә, подпискаға бәйле. Был өлкәлә яңы ғына эшләй башланым. Шулай ҙа халыҡ менән эшләүе еңел, сөнки кешеләребеҙ үҙҙәре яҡшы. Почтальондарыбыҙҙы көтөп алалар, уларҙы ихтирам итәләр. Хат- хәбәрҙе, электр энергияһына, коммуналь хеҙмәттәргә түләү ҡағыҙҙарын, айҙың билдәле бер көнөндә өмөтләнеп көтөп алған пенсияны ла почтальон тарата. Илкәнәй участкаһында үҙ эшенә тоғро ҡалған почтальондар эшләй. Яңы Муса һәм Бәләкәй Муса ауылдарын Дамир Ғәйнуллин хеҙмәтләндерә. Хәҙер инде пенсия йәшенә етеп килгән Дамир Мөҙәрис улы үҙенең эшен намыҫлы, яуаплы башҡара. Ә инде Илкәнәй, Йомағужа, Ҡарағай ауылдары почтальоны Лира Шәфҡәт ҡыҙы Ҡолоева. Ул һәр кеше менән уртаҡ тел таба, һәр кемгә алсаҡ. Подписка барышында ла әүҙем эш алып бара, - ти Илкәнәй почта бүлеге начальнигы Лариса Тәлғәт ҡыҙы Әбделмәнова.