+6 °С
Облачно
Шундайҙарҙан үҙ эшенең профессионалы тип Камил Абдулла улы Усмановты атарға мөмкин.
Буласаҡ төҙөүсенең бала сағы Көйөргәҙе районының Ҡарай ауылында үтә. 1984 йылда эшкә авиация предприятиеһының (КүмАПП) 17-се цехына ҡабул ителә. Ике йылдан Камил Абдулла улы заводты Күмертау төҙөлөш-монтаж идаралығына алмаштыра һәм ташсы булып эшләй башлай. Хеҙмәт йылдарында Камил Усманов ҡала өсөн әһәмиәтле биналар төҙөй: «Прометей» спорт комплексы, музыка мәктәбе, төрлө ауылдарҙа мәктәптәр, Ермолаевола район Советы бинаһы...
Камил Абдулла улы наградалары исемлегендә бик күп грамоталар һәм рәхмәт хаттары, шул иҫәптән, ил президентыҡы ла бар.