Все новости
Байрам уңайынан
1 Сентября , 09:57

РӘХМӘТ ӘЙТЕР КЕШЕБЕҘ БАР

Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап, Ҡараның күҙҙәремә.

РӘХМӘТ ӘЙТЕР КЕШЕБЕҘ БАР
РӘХМӘТ ӘЙТЕР КЕШЕБЕҘ БАР

Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һалдың
Бәләкәс йөрәгемә.
Һәр бер уҡыусыға үҙенең тәүге уҡытыусыһы ҡәҙерле була. Беҙҙең дә беренсе уҡытыусыбыҙ, тәү башлап ҡәләм тоторға, хәрефтәр танырға өйрәткән Асия Игликова күңелдәребеҙҙең иң түренән мәңгелеккә урын алған. Йырҙа йырланғанса, ул беҙҙең кескәй йөрәктәребеҙгә ғүмерлеккә һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һалды. Ошо көндәрҙә яратҡан уҡытыусыбыҙҙың күркәм ғүмер байрамы булды – 93 йәш. Ошо уңайҙан беҙ уны ихлас тәбрик иттек һәм Белем көнө менән дә ҡотланыҡ.
Асия Абдрахман ҡыҙы 30 йыл Яңы Морапталдан Иҫке Морапталға йәйәү йөрөп, башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Ысынлап та, ябай ҙа, яғымлы ла, беҙгә икенсе әсә лә булған уҡытыусы апабыҙ ҡанаты аҫтында белем тауына үрләүебеҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.
Уның тормошонда төрлө һынауҙар ҙа була. Тормош иптәше 30 йәшендә үк мәрхүм булған, улар бергә 6 йыл ғына ғүмер итеп өлгөрәләр. Ике улына әсә кеше матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫтыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өлкән улы ла, әсәһен ҡара ҡайғыларға һалып, яҡты донъянан китеп барҙы. Кесе улы ғаиләһе менән Ырымбурҙа йәшәй.
Әлеге ваҡытта Асия апайыбыҙ ейән-ейәнсәрҙәренә бәхеттәр теләп, уларға ҡарап һоҡланып: “Баланың балаһы балдан да татлы ул”, - тип йәшәй.
Хеҙмәт юлы еңел булмаһа ла, яратҡан эшенән бер ҙә зарланмай ул. Балаларға төплө белем бирергә бар көсөн сарыф итә, уларҙы илебеҙҙең лайыҡлы граждандары итеп тәрбиәләргә тырыша. Уның һәр дәресе уйланылған, бай йөкмәткеле, мауыҡтырғыс ине. Үҙенә лә, беҙгә лә шул хәтлем талапсан булды. Уны уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә ныҡ хөрмәт итте. Бар ерҙә лә һүҙе үтте, барыһы ла уҡытыусыбыҙға ихтирам менән ҡаранылар.
Асия Абдрахман ҡыҙы үҙенең тыуған көнөн бер ваҡытта ла әйтмәне. “Балалар, һеҙ эшләмәйһегеҙ, миңә бер ниндәй ҙә бүләк кәрәкмәй”, - ти торғайны. Бер байрам менән ҡотларға бер уҡыусыһы бәләкәс кенә коробкала бүләк биргән. Икенсе малай быны күреп ҡалған да, ҡайтып әсәһенән мин дә Асия апаға бүләк алып барам, һабын бир әле тип һораған. Ул ваҡытта һабынға ла ҡытлыҡ саҡ. Был әсә кеше аптырап башланған һабынын төрөп ебәргән. Асия апай рәхмәт әйтеп, бүләкте кире биреп ебәргән. Ошо ваҡиғаны улар һаман да иҫләп һөйләйҙәр.
Асия Абдрахман ҡыҙының хәтере шул тиклем яҡшы. Барлыҡ ҡарлуғастарын да исемдәре менән хәтерләй. Уны осрашыуҙарға ла йыш саҡыралар. Уҡыусылары Рәүил Амангилдин, Яҡуттан Әҡлимә апай һәр ваҡыт ҡотлап торалар, телефондан да шылтыратып хәлен белешәләр.
Беҙгә төплө белем биргән, әле булһа үҙенең аҡыллы кәңәштәре менән йәшәргә илһамландырған, эшләргә, көс биргән, тормошта ҡанат ҡуйған хөрмәтле Асия Абдрахман ҡыҙын Белем көнө һәм дә тыуған көнө менән ихлас йөрәктән ҡотлайбыҙ. Уға именлек, сәләмәтлек, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Асия апайыбыҙға барыһы өсөн дә рәхмәт әйтеп, алдында баш эйәбеҙ.
Барлыҡ уҡыусылары исеменән Ғәлиә БУРАНОВА (Мифтахова) менән Ләлә ТУҠАЕВА (Мәһәҙиева)

Автор:
Читайте нас: