. Татыу, дуҫ коллективыбыҙҙа - 7 тәрбиәсе, логопед, физик культура тәрбиәсеһе, ашнаҡсылар, йыйыштырыусылар эшләй, филиалдарҙа ла бик шәп, үҙ эшен яҡшы белгән тәрбиәселәр, уларҙың ярҙамсылары эшләп йөрөй. Балалар баҡсабыҙ киләһе йылда 60 йыллыҡ оло юбилейын билдәләргә әҙерләнә. Районда уҙғарылған бер конкурастан да ситтә ҡалмайбыҙ, республика конкурстарында ла һынатмайбыҙ. Быйыл йыл башында тәрбиәсебеҙ Ғүмәрова Земфира Хәниф ҡыҙы республика кимәлендә уҙған “Иң шәп тәрбиәсе” конкурсында номинацияға лайыҡ булды, балаларыбыҙ “Һаумы-һаумы әкиәт” республика конкурсында йыл да ҡатнашып тора, һанап китһәң уңыштар етәрлек беҙҙең. Яҡут ауылында эшләүсе тәрбиәсебеҙ Ялсыҡаева Рәсимә Фаурат ҡыҙын да билдәләп үткем килә, ул бик көслө тәрбиәсе, балалар һаны әҙ тип тормай һәр ваҡыт байрамдарҙы ла юғары кимәлдә ойоштора.
Яңыраҡ баҡсабыҙҙа бик ҡыҙыҡлы йүнәлеш астыҡ, “Киров” хужалығы менән берлектә агротөркөм ойошторҙоҡ...
Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә бирелде.