Ололар көнөнә ҡотлап
Минән һеҙгә йыр бүләк.
Иғтибар менән тыңла
Ҡалма бер үк үпкәләп.
Һорамайым мин йәшеңде,
Миңә ул кәрәк түгел.
Үҙең белһәң, шул еткән,
Тик Хоҙай бирһен ғүмер.
Матур-матур һүҙҙәр килә
Ҡотлау өсөн байрамды.
Тәбрик итәм ысын күңелдән
Йәлләмәйем ҡотлауҙы.
Байлығы ла кәрәк түгел
Булһын ғына иҫәнлек.
Атҡан һәр таңды күреү
Үҙе беҙҙең өсөн ҙур бәхет.
Аяҡ-ҡулым һау булып,
Тыныслыҡ булһын илдә
Алһыу ҡояштай нурҙар
Балҡып торһон йөҙөңдә.
Нисек кенә ҡотлаһам да
Булһын ябай матурлыҡ.
Барыһын бирә - тәбиғәт.
Бирһен бер үк сабырлыҡ.
Матурлыҡ менән сабырлыҡ
Йөрөй тиҙәр йәнәшә.
Борондан әйтелгән һүҙҙәр
Беҙгә бәхет икән өләшә.
Ололар көнө килеп етһә,
Теләйбеҙ беҙ теләктәр.
Теләктәрҙең иң олоһо -
Килтерәләр бүләктәр.