- Илебеҙҙең бер башынан икенсе башына тиклем бер нисә тапҡыр урап сыҡтым. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙға бер нисә тапҡыр гуманитар ярҙам да алып барып ҡайттым. Юлда йөрөгәндә төрлө хәлдәргә осрайһың: буран, һыуыҡ тип тормайһың. Ҡиммәтле йөктө ваҡытында тейешле урынға алып барып еткерергә тырышаһың. Әлеге көндә мин, Амур йылғаһы аша сығып, Ҡытай границаһына йөк алырға килеп еттем. Мин ҡайнар сәләмдәремде тыуған Башҡортостаныма, районыма, Яҡшымбәт халҡына еткерәм.
Мәҡәлә тулыһынса гәзиттә йома көнө баҫылды.