Все новости
Байрам уңайынан
2 Ноября , 17:30

Ғүмеркәйҙәр аҙ ғына

Күмертауҙа 63 308 кеше йәшәй икән.

Ғүмеркәйҙәр аҙ ғына
Ғүмеркәйҙәр аҙ ғына

Быйылғы йылдың 1 ноябренә ҡарата бирелгән һандар былар. Ышаныбыҙмы-юҡмы (әллә күпме кеше ситтә йөрөй, вахтовиктар, осар ҡоштар кеүек, әле бында, әле тегендә, ҡағыҙҙа ғына шулай, фәлән-төгән дә фәсмәтән тигәндәрҙе ситкә ҡуйып), бөгөн быныһы әллә ни мөһим түгел. Мөһиме: дуҫлыҡта, татыулыҡта йәшәүебеҙ. Рус, башҡорт, татар, сыуаш, мари, украин, мордва, әрмән, үзбәк.... Милләткә ҡарамай, һин ҡара, мин аҡ, күҙең ҡыҫыҡ, ҡыҫыҡ түгел тигән ише, береһенән береһен айырмай йәшәүебеҙҙә. Низағлашырға, юҡ-бар һылтау табып, әрләшергә, нимәнелер бүлешергә көстө сарыф итеү - алйотлоҡ. Ғүмеркәйҙәр аҙ ғына...
Бөгөн Күмерселәр мәҙәниәт һарайында 4 ноябрҙә билдәләнәсәк байрамға арналған тамаша бара...

Автор:
Читайте нас: