Инде нисәнсе йылдар шулай, хәйер, яҙ булһынмы, көҙмө, йылдың башҡа миҙгеле булһынмы, ауыл хеҙмәтсәненә дан йырлауҙан туҡтарға ярамай.
Бөгөн ошондай рәсми көн. Ҡотланыусы ер кешеләре бик күп, һәр береһенең исемен әйткән һайын, зал, ҡулдарын йәлләмәй, сәпәкәй итте. Беҙ ҙә шулай иттек һәм әле, тағы бар тапҡыр, йыр һүҙҙәре менән һиңә рәхмәт әйтәбеҙ, ауыл кешеһе:
Хеҙмәтеңде хуплап, үҙеңде ҡотлап
Йырлайыҡ беҙ һиңә дан йырын!