Һәйбәт байрам, кәрәкле байрам, бөгөнгө көндө телевизорһыҙ тормошто күҙ алдына килтереп булмай (ҡайһы берҙәр унан баш тартһа ла, ТВ ҡарағандар бар әле).
Ә телевидениены кем ысын телевидение итә, телевизорҙы ҡарарға мәжбүр итә? Уның эсендә ултырған кешеләр.
Иртәгә теп-теүәл 13 сәғәт 45 минутта БСТ-ны тоҡандырығыҙ, һеҙгә унан райондағы иң дәртле, иң өлгөр, иң сибәр Әсә ҡарап ултырыр. Телевизорҙан биҙгән кеше лә, уны күреп, экрандан айырыла алмаясаҡ.