Байрам уңайынан
23 Ноябрь 2024, 06:13

Бала ҡайғылары килтермә

Был байрам 2022 йылдан бирле башҡараҡ төҫ алды һымаҡ. 

Бала ҡайғылары килтермәБала ҡайғылары килтермә
Бала ҡайғылары килтермә
Әлбиттә, уға саҡлы ла Әсәләр көнө йылдың иң мөһим байрамы һаналды, әммә... Һуғыш мәлендә уны икенсерәк күҙлектән ҡарай башланыҡ кеүек. Бала ҡайғылары баҫты донъяны. Әсә йөрәге һуңғы ике йылда башҡа ваҡытҡа ҡарағанда нығыраҡ һыҙлай, илай, өҙгөләнә.
...Кисә Түбәнге Бабаларҙа ла байрам үткәргәндәр. Әле генә Земфира апай фотоларын ебәрҙе. Сарала ултырған әсәләргә күҙ һалабыҙ ҙа күңелгә бер генә теләк-ялбарыу килә: илаһи көс, ошо ҡатындарға бала ҡайғылары килтермә, әсә бәхеттәрен татып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип ит. 
Автор:
Читайте нас