Байрам уңайынан
24 Ноябрь 2024, 06:55

Бигерәк күбәйеп киткәнһегеҙ

Балалар баҡсаһы -  балаларҙың шат тауыштары яңғырап торған мөғжизәле донъя.

Бигерәк күбәйеп киткәнһегеҙБигерәк күбәйеп киткәнһегеҙ
Бигерәк күбәйеп киткәнһегеҙ

"Толпар" балалар баёсаһында айырыуса күңелле, сөнки балалар Әсәләрен байрам менән тәбрикләргә саҡырғандар.
Был байрам бала күңеле өсөн бик күп тылсымға эйә.
Һәр бер килгән ҡунаҡты йүгереп сығып ҡаршы алалар;
- Бигерәк күбәйеп киткәнһегеҙ бит, - тим аптырап, апарыу ғына балаларҙың садикка йөрөүен күреп!
Береһенән- береһе арттырып һәләттәрен күрһәттеләр балалар Әсәләренә!
Ошолайтып, балалар баҡсаһында тәрбиәләнеп, тәүге уңыштарын, еңеүҙәрен хәтер һандығына һалып ҡуя бала.
Толпар балалар баҡсаһы уңышлы эшләүсе, заман менән бергә атлаусы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы булып тора.
Бында тәрбиәселәр балалар өсөн бөтә уңайлыҡтарҙы булдырырға тырышалар,
Ошондай урында хәстәрлекле, йөрәге тик һөйөү менән тулы, балаларҙың барыһын да берҙәй ярата белгән асыҡ күңелле, изге йөрәкле кешеләр генә эшләй алалыр.
Ошо йылдар эсендә балалар баҡсаһында, балаларға донъяны танып-белергә, юғары уҡыу йорттарын бөтөргән тәрбиәселәр барлыҡҡа килде ауылыбыҙҙа, матурлыҡты күрә белгән, бала йөрәгенә үтеп кергән коллектив.
Нисәнсе йылдарҙалыр һалынған, бик күптәнге ясле инде был, ошо балалар йөрөгән баҡсаны йәйен шау сәкә, ҡышын сым яһау итеп йыйыштырып тотҡан ауылыбыҙҙың уңған ҡатын- ҡыҙҙары эшләй бында.
Иҫән- һау, арымай- талмай эшларгә лә, эшләргә яҙһын һеҙгә!
Тағы ла бик күп байрамдарығыҙзы килеп күрергә насип булһын!
Әсәйҙәр көнө Мөбәрәк булһын!

Таңһылыу Исламғолова, Яҡут ауылы. 

Автор:
Читайте нас