Бөтә яңылыҡтар
Байрам уңайынан
24 Ноябрь 2024, 14:19

Әсә бәхете - ғаилә менән эштә

Районыбыҙҙың Абдул ауылында егәрле, күңелдәре менән көслө рухлы ҡатын-ҡыҙҙар байтаҡ.

Әсә бәхете - ғаилә менән эштә
Әсә бәхете - ғаилә менән эштә

Шуларҙың береһе - Рәйфә Марат ҡыҙы Яҡупова.
Ул тыумышы менән Абдул ауылыныҡы, ошонда белем ала, ауылдашы Наил Яҡупов менән, ғаилә ҡороп, ике балаға ғүмер бирәләр. Уларҙы уҡытып, оло тормош юлына сығаралар.
- Утыҙ йылдан ашыу балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләйем. Кескәйҙәргә туған телгә, ғөрөф-ғәҙәттәргә ҡарата һөйөү тәрбиәләү буйынса бихисап эштәр алып барыла.
Тәрбиәләнеүселәрем артабан мәктәптә лә үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәтә. Иң мөһиме белем алыуҙа, уҡыуҙа тырыштар, ҡыйыуҙар. Был турала ата-әсәйҙәрҙән, уҡытыусыларҙан йылы һүҙҙәр ишетеп, хеҙмәтемдең һөҙөмтәһен күреү минең өсөн оло ҡыуаныс, - ти Рәйфә Яҡупова...

Был хаҡта тулыраҡ йома көнө гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас