Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашҡан һәр әсәй бик ҡәнәғәт ҡалған.
- Байрамға өс төркөмдөң дә әсәйҙәре саҡырылды. Сараны балалар баҡсаһы мөдире Эльвира Илфат ҡыҙы Кинйәғолова асып ебәрҙе, килгән әсәйҙәрҙе байрам менән тәбрикләне. Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге музей мөдире Альфира Салауат ҡыҙы Ниғмәтуллина Әсәйҙәр байрамы тураһында ентекле һөйләп китте, ә китапхана мөдире Земфира Шамил ҡыҙы Дәүләтчурина әсәйҙәргә викториналар үткәрҙе. Әсәйҙәргә балалар менән фото төшөү мөйөшө лә эшләнек. Рима Ҡылысова гөлләмә яһау буйынса мастер класс күрһәтте, башҡа әсәйҙәр матур итеп күргәҙәмәләр ҙә ойошторҙо. Байрамда тәмләп сәйҙәр эстек. Уны үткәреүҙә ярҙам иткән, йүгереп йөрөгән барлыҡ коллективыма рәхмәтлемен. Шулай уҡ сараға килгән, матур итеп ҡатнашып ултырған әсәйҙәргә лә ҙур рәхмәтәремде еткерәм, - ти байрамды алып барыусы тәрбиәсе Земфира Ғүмәрова.
Лилиә Шәмсетдинова, әсәй:
- Әсәйҙәр көнөнә арналған сара бик оҡшаны. Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре шул тиклем матур итеп әҙерләнгәндәр. Тәрбиәсе Земфира Хәниф ҡыҙы күркәм итеп алып барҙы байрамды. Балалар ҙа, әсәйҙәр ҙә бик ҡәнәғәт ҡалдыҡ, кәйефтәр күтәрелеп, рәхәтләнеп уйындар уйнап ҡайттыҡ. Унда психологик тест та үттек, үҙебеҙҙең ниндәй холҡлобоҙ икәнен белдек. Балалар әсәйҙәренең фотоһүрәтен төшөрҙө, беҙ үҙ балабыҙҙың рәсемен таптыҡ. Уйындар барышында кескәйҙәребеҙҙең төрлө фотоларынан слайд ҡарау ҙа ҡыуандырҙы. Лоторея ла уйнаттылар, төрлө бүләктәр отоп ҡыуандыҡ. Бигерәк тә кескәйҙәребеҙҙең үҙ ҡулдары менән эшләнгән бүләктәрен алыу, һәм видео ҡотлау һүҙҙәрен ишетеү ҙур һөйөнөс ине.
Беҙгә ҙур иғтибар бүлеп, матур сара үткәргәндәре өсөн “Алһыу” баҡсаһы коллективына ҙур рәхмәт. Уларҙың эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.