Байрам уңайынан
24 Ноябрь 2024, 08:38

Әсә көтә ҡыҙын

Был йырҙы бит беҙ башҡасараҡ ишетеп, йырлап өйрәнгәнбеҙ. 

Әсә көтә ҡыҙынӘсә көтә ҡыҙын
Әсә көтә ҡыҙын
Әсә көтә улын, әле ҡайтыр тиеп...
Ғөмүмән, һуғыш тураһында һүҙ бара икән, йырҙар ҙа гелән ир балаға ҡағыла - Һау бул, әсәйем, миңә юлға иртән....
Ә беҙҙең осраҡта әсәһе ҡыҙын көтә. Күрше ауылға кейәүгә сыҡҡан да, ул ҡасан тыуған йортона ҡунаҡҡа ҡайтыр тип түгел, ә яуҙан көтә. 
Ҡайтҡан Филизаһы. Йәл, әлегә ҡунаҡҡа ғына, ялға. Башҡа әсәләр был байрамда нимә кисерәлер, Минжиһан апай бәхеттең етенсе күгендә йөҙә - ҡыҙы янында, байрам менән ҡотлап, уны ҡосаҡлап ултыра. 
Әсә бәхеттәренән мәхрүм булмай, Минжиһан апалай, балаҡайҙарығыҙҙы, улар хатта ҡырҡ йәштән, илленән уҙһа ла, һәпестүкләп, яратып ултырырға яҙһын һеҙгә, һалдат әсәләре. 
Автор:
Читайте нас