Бөтә яңылыҡтар
Байрам уңайынан
18 Декабрь 2024, 09:10

Бинағыҙ матур, үҙегеҙ тағы ла матурыраҡ

Бөгөн уларҙың көнө.

Бинағыҙ матур, үҙегеҙ тағы ла матурыраҡ
Бинағыҙ матур, үҙегеҙ тағы ла матурыраҡ

ЗАГС хеҙмәтҡәрҙәренең байрамы. Ошо датаға самалап, кисә Күмертау ҡалаһы ЗАГС-ына барҙыҡ, уның етәксеһе Айгөл Иҙрисова менән осрашырға. Ҡыҙҙар яңы бинала ултыра (бында, хәтерегеҙҙәлер, елле итеп ремонт эшләнеләр), килеп кереү менән күҙҙәр ҡамаша, шул тиклем матур - бина ла, ҡыҙҙар үҙҙәре лә. Беҙҙең уйҙарҙы уҡығандай, Айгөл Сәғит ҡыҙы шулай ти:
- Бинабыҙ яңырғас, өйләнешеүҙәр ҙә артты, килгән һәр береһе, ҡыуанып, йөҙө яҡтырып сығып китә.
- Райондан да киләләрме һеҙгә яҙылышырға?
- Күп киләләр, Көйөргәҙе районында өйләнешкәндәрҙең яҡынса 80%-ы беҙҙә ҡауыша.
- Һеҙ кешеләрҙе лә айыраһығыҙ, тумһырайып, ир менән ҡатын килһә, уларҙы өгөтләйһегеҙме: юҡ менән булмағыҙ, бергә йәшәгеҙ...
- Өгөтләйбеҙ, әммә... Бер береһенән туйған, биҙгән кешене артабан да бергә йәшәгеҙ тип көсләүе һөҙөмтә бирмәй... Шуныһы ҡыуандыра: беҙҙә өйләнешкәндәр һаны, айырылышҡандарға ҡарағанда күберәк.
Ҡаалала үлем дә бик күп, тыуым аҙ...
Интервью тулы вариантта гәзиттең киләһе һанында баҫыласаҡ.

Автор:
Читайте нас