Ҡыҙғаныс, ҡайһы берҙәре яу яланында ятып та ҡалды. Яңы йыл - мөғжизә көтөр мәл, бигерәк тә, балалар өсөн, бөгөн "Сырьевая Группа" ойошмаһы директоры Рим Ғәлиев сабыйҙарға тәғәйен бүләктәр күтәреп, силсәүиткә килгән. Һалдаттарҙың ғаиләләре өсөн күстәнәстәр. Уларҙы бөгөн тарата ла башланылар, балаларҙың, әлбиттә, күңеле булыр, был аҙымды улар, бәлки, Яңы йыл мөғжизәһе тип тә ҡабул итер, әммә иң көткән мөғжизәләре - һуғыштың тиҙерәк бөтөүе.