Байрам уңайынан
20 Декабрь 2024, 10:22

Ҡыш бабай ҡайҙа йәшәй?

Ҡыш бабай балалар янына, ғәҙәттә, үҙе килә.

Ҡыш бабай ҡайҙа йәшәй?Ҡыш бабай ҡайҙа йәшәй?
Ҡыш бабай ҡайҙа йәшәй?
Беҙҙең осраҡта киреһенсә булды: балалар үҙҙәре бабайҙары янына килде.
Бая яҙған бүләктәрҙе алырға. Балалар матур ғына түгел, бик талантлылар ҙа икән, белгән һөнәрҙәрен әллә күпме күрһәттеләр, күрһәтеп бөтә алманылар. Таланттары менән маҡтанғас, тоҡсайҙарын күтәреп, ҡайтып киттеләр, был редакцияға йышыраҡ килергә кәрәк, Ҡыш бабай, баҡһаң, ошонда йәшәй икән, тип уйланылармы инде, беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, балаларҙы аҙ ғына мәлгә булһа ла мөғжизәгә ышандыра алыуыбыҙ менән бәхетле булдыҡ. Тормошоғоҙҙа ошондай бәхетле мәлдәрегеҙ, мөғжизәләрегеҙ күп булһын, балалар, бөгөнгө Ҡыш бабай кеүек, кергән һәр ерегеҙҙә бәхет көтөп торһон. 
Автор:
Читайте нас