Байрам уңайынан
26 Декабрь 2024, 05:07

Яңы Морапталға Ҡарһылыу Голливудтан килгән

Яңы йыл кисәһе башлана ғына тигәндә, Ҡыш бабай Ҡарһылыуын юғалта.

Яңы Морапталға Ҡарһылыу Голливудтан килгәнЯңы Морапталға Ҡарһылыу Голливудтан килгән
Яңы Морапталға Ҡарһылыу Голливудтан килгән
Ниндәй Яңы йыл Ҡарһылыуһыҙ үтһен, бөтөн ауылдың, аҫтын-өҫкә килтереп, эҙләйҙәр, әммә ҡыҙыҡай, һыуға төшкәндәй, юҡмы-юҡ.
Яңы Морапталдың иң сибәр ҡыҙҙарын йыйып, кастинг үткәреп тә ҡарайҙар, юҡ, араларында килешлеһен таба алмайҙар. 
Аптырағас, Голливудҡа хат яҙалар, шулай-шулай хәлдәр, ебәрегеҙ берәйһен. 
Яңы Морапталда маскарад бик шәп үткән, күстәнәстәр ҙә күп булған, уйындар ҙа, әлбиттә, Ҡарһылыу менән Ҡыш бабай ҙа байрамдың уртаһында, бала-сағаның күңелен күреп, был кисәне мәңгелеккә иҫтә ҡалырлыҡ итеп, өйрөлгәндәр.  
Автор:
Читайте нас