Ҡулдары артынан күҙ эйәрмәй, улар хаҡында яҙып өлгөрә алмайбыҙ, төн сыҡтыңмы, ауылда йәнә бер фигура (ҡайҙан бер генә булһын, әллә нисәү) пайҙә була.
Сираттағы Ялсыҡайҙың атҡаҙанған рәссамдарын һәм уларҙың эштәрен тәҡдим итәбеҙ - Вәлидов Айназ, Аҡсурин Ниғмәт, Мәзитов Ислам. Ҡулдарығыҙҙың игелеген күреп, бөтөн ауылдаштарҙың рәхмәтенең сауаптарын татып йәшәгеҙ, егеттәр!