Беҙ был ауылдың биҙәлеше тураһында элек тә яҙған инек, бына әле тағын фотолар ебәргәндәр, уларҙы күргәс, шунда уҡ Түкәнгә барғы килеп китте - матурлыҡтан күҙҙәр ҡамаша башланы. Надежда инәй Шадрованың йорто алды Күмертауҙың бөтөн биҙәлешен уҙҙырған.
Инәй үҙе сығып, фигуралар яһап, уттар тоҡандырып йөрөмәгән, ейән-ейәнсәрҙәре шулай итеп өләсәһенә бүләк яһаған.