Байрам уңайынан
31 Декабрь 2024, 05:42

Һуҡыр булып ҡалмайыҡ

Нурия ХӘЛИЛОВА, Күмертау ҡалаһы (1953 йылғы - Йылан йылында тыуған):

Һуҡыр булып ҡалмайыҡҺуҡыр булып ҡалмайыҡ
Һуҡыр булып ҡалмайыҡ

- 2024 йыл тамамлана, был йомғаҡ яһау ваҡыты. Үҙебеҙҙең яҡындарыбыҙ менән кисен ултырып, иң тәүҙә, матур сыуаҡ көндәр, бәхетле йәшәү биргәне өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт әйтәбеҙ, изге теләктәр теләйбеҙ, һығымталар яһайбыҙ: быйылғы йыл Аллаһы Тәғәлә ниндәй ҡыуаныстар бирҙе, ниндәй эштәр тамланмаған, ниндәй эштәребеҙҙә етешһеҙлектәр бар. Динде алға күтәреү буйынса ла көрәш алып барабыҙ. Ҡалабыҙҙа Дини-мәҙәни үҙәге Аллаһы Тәғәлә ярҙамы менән асылыуы ҡыуандырҙы.
Быйылғы йәйҙә ауылдарҙа уҡытыуҙар башлау тигән ныҡлы ниәт ҡуйҙыҡ, сөнки ауылдарҙа мәктәптәр, балалар баҡсалары, фермалар ябылалалр, буш торалар, йәштәр китәләр. Яйлап беҙҙең алтынға тиң Башҡортостаныбыҙ, гүзәл еребеҙ бөтөнләй кешеләрһеҙ ҡала барыуы күңелде әрнетә. Шуға күрә, кешеләр үҙенең тыуған ерендә, үҙенең туған телендә һөйләшеп, Аллаһы тәғәлә ҡушҡанды үтәп, динде өйрәнһендәр ине. Дин - әҙәп, әхләк, тәртип, иман һәм дөрөҫ йәшәргә өйрәтеү. Боронғо ата-бабаларыбыҙҙың йолаһын тергеҙеү һәм уларға дөрөҫ йәшәү ҡағиҙәләрен өйрәтеү ниәттәре менән эштәр башлап ебәрҙек. Иң беренсе еңеүебеҙ - Дини-мәҙәни үҙәк урынлашҡан, Ғафури урамы 26-сы йортто беҙҙең ҡалабыҙға кире ҡайтарҙылар. Уны оҙаҡ ваҡыттар юлланыҡ һәм дә Аллаһы Тәғәләгә теләктәр теләү үҙенең һөҙөмтәләрен күрһәтте. Таймаҫ, Ялсыҡай, Маяҡ, Ҡансыра, Кинйәбай, Бәләкәй Илкәнәй, Мәмбәтҡол ауылдарнда уҡытыҙар башлағайныҡ, әле был эштәр уңышлы бара. Эштәребеҙ, пландарыбыҙ күп. Алдан ҡысҡырған кәкүктең башы ауырта тейҙәр, шуға шәхсән пландарға килгәндә әлегә әйтеп тормайым. Бер көн дә планһыҙ йәшәгән юҡ, геүләтеп эшләп йөрөйбөҙ, ҡартайырға ваҡыт юҡ. Тәнде ашатабыҙ, ризыҡ бирәбеҙ, йән дә ризыҡҡа мохтаж, беҙгә йән аҙығы кәрәк. Бигрәк тә эшләп өлгөрөп ҡалырға кәрәк, беҙҙең принцип - беҙ эшләмәһәк кем эшләргә тейеш. Әле был эштең башы ғына. Ошо Дини-мәҙәни үҙәкте киләсәктә ҙур ҡатын-ҡыҙҙар йорто итеп республика, донъя кимәлендә ҙур аренаға сығарыу, киңәйтеү. Ҡатын ҡыҙҙарҙы туплау, улар бит ил әсәләре булып торалар. Бөгөнгө заман геройҙары, элекке заман геройҙары: Салауат Юлаевты, Әхмәтзәки Вәлидиҙе, Кинйә Арыҫлановты ла әсәй кеше тәрбиәләп үҫтергән. Шуға күрә лә ҡатын-ҡыҙҙарҙың статусын, әхлаҡи тәрбиәһен күтәреү. Уны шул кейемдән, әҙәп-әхлаҡтән башлап кешеләрҙе дөрөҫ юлға баҫтырыу һәм дә ерҙә булған һуғыштарҙы, ҡан ҡойоштарҙы туҡтатыу, Аллаһы Тәғәлә ризалығына ирешеү, шуның өсөн ҙур-ҙур маҡсаттар ҡуябыҙ. Һәм беҙ был кистә туғандарыбыҙ, балаларыбыҙ менән бергә теләктәр теләйәсәкбеҙ. Аллаһҡа рәхмәт әйтәсәкбеҙ. Һәм үҙебеҙҙең етешһеҙлектәрҙе баҫым өҫтөнә алып, улар өҫтөндә нисек көрәшергә конкрет юлдарын билдәләйәсәкбеҙ.
Аллаһҡа рәхмәт, шундай матур "Юшатыр" гәзитебеҙ сыға. Был баҫмала ауыл, ҡала тормошо яҡтыртылып килә. Һәр бер өйҙә лә шундай гәзит алдырылһын ине. Яңылыҡтар, кешеләр тураһында гәзиттә яҙылғандарҙы уҡымаһаҡ һуҡыр булып ҡалабыҙ. Шуға күрә, дуҫтар, был милли баҫмаға яҙылайыҡ. Гәзит хеҙмәткәрҙәренә Аллаһы Тәғәлә һөҙөмтәле, ҡыуаныслы йылдар алып килһен. Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ. Берҙәмлектә динде үҫтереп, ғилем алып телебеҙҙе, илебеҙҙе, еребеҙҙе һаҡлайыҡ.

Автор:
Читайте нас