Рөхсәт итегеҙ, һеҙҙе етеп килгән яңы йыл байрамы менән ҡотларға. Яңы йылда һеҙгә ҡоростай һаулыҡ, ғәйлә бәхете, оҙон ғүмер һәм дә тик шатлыҡтар ғына теләйем. Ҡайғы-хәсрәт урап уҙһын, донъялар тыныс булһын, һуғышка киткән егеттәребеҙ иҫән, имен булып әйләнеп ҡайтһындар, ППМИ-ла еңеп сығырға яҙһын. Белеүбеҙсә кисә клубта яңы йыл елкаһы булды, матур булды, ул үҙе бер ҡыуаныс,был ауылыбыҙ гөрләй йәшәй тигәнде аңлата. Шул сарала ҡатнашыусыларға, елканы ойоштороусы Нурзилә Минеәхмәт ҡыҙына, спонсорлыҡ иткән фермерҙарыбыҙ Ринат һәм Урал Салауат улдарына, Рәсил Ғәлимйән улына, предприниматель Рим Минулла улына, район депутаты Аҙнабаев Ришат Рикат улына, тағы ла ауыл биләмәһе хакимиәтенә рәхмәт һәм дә ваҡыт табып елканы ҡарарға килеүсе ауылдаштарыбыҙға " Ҙур рәхмәт " белдерге килә. Уларға эштәрендә тик уңыштар, һаулыҡ, байлыҡ теләймен. Так держать.
Фәрит ЯҠУПОВ, Яҡуп ауыл старостаһы