- Яңы йылды ҙур өмөт, ышаныстар менән ҡаршы алам. Киләһе йыл - йылан йылы. Аждаһаны йәшел ағас Йылан алыштырырға тейеш. Йылан - тыныслыҡ яратҡан йән эйәһе. Үҙемдең йылым булараҡ, изге теләгем - күгебеҙ һәр саҡ аяҙ, еребеҙ тыныс, башҡорт халҡы берҙәм булһын. Иң мөһиме, илдәребеҙгә тыныслыҡ килһен, башҡа юғалтыуҙар булмаһын, Махсус хәрби операциялағы барлыҡ яугирҙәребеҙ ҙә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар. Һәр йортта, ғаиләлә шатлыҡ һәм ҡыуаныстар ғына хөкөм итһен, тип теләйем.