Был ауылда боронғо йолаларҙы онотмай йәшәй халыҡ. Яңы йыл байрамына бәйлеһе лә шулай: булғас, элеккесә, үҙебеҙсә булһын тигәндәр ҙә, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу бүләктәрҙе аттарҙа йөрөп өләшкән. Үҙе бер күңелле, саҡ ҡына һағышлы ла (ҡайҙа ҡалды йәшлегем, ошолай аттарҙа сабып ҡына кирегә ҡайтып булһа...) күренеш булған ул. Ололары ярар, балалар илереп ҡыуанған.
Бөтәһе лә - аттарҙы егеү, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу булып кейенеү, уйнау - ошо маҡсатта эшләнә лә: балаларыбыҙ бәхетле булһын.
Фотолар Яманһары - айыҡ ауыл! Трезвое село-Ямансарово! төркөмөнән.